Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары (исполнитель: Фидан Гафаров)
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым..