Айырылышыу (исполнитель: МС Баш)

Таң ата, ҡояш ҡалҡа,
Айырылышыуға минуттар ҡала.
Бәғерем, һине генә яратам,
Һағынышлы хаттар көтөп ҡалам…
Йәнем, мине көтөрһөң,
Төштәремә керерһең,
Һине һағынып-зарығып,
Тиҙҙән ҡайтып төшөрмөн.
Иҫемдә тәмле иреңдәрең,
Моңһоу ҡарашлы зәңгәр күҙҙәрең,
Ниңә инде шул көндәрҙең,
Ниңә белмәнем мин ҡәҙерҙәрен?!!
Йәнем, мине көтөрһөң,
Төштәремә керерһең,
Һине һағынып-зарығып,
Тиҙҙән ҡайтып төшөрмөн.
Мин ҡайтырмын, һин көтөрһөң
Ағиҙел туғайында,
Беҙҙе һағынып илап бөткән
Яңғыҙ тирәк янында,
Ҡаршыңа мин баҫырмын,
Сәскәләрҙе һонормон,
Һағындым, бәғеркәйем тип,
Ныҡ-ныҡ итеп ҡосормон,
Тиҙҙән ҡайтыр, тип көтәһең,
Яңғыҙ тирәк янында,
Һанамайсы көндәрен,
Һанамайсы айын да,
Мөжгизәгә ышынам,
Айҙар үтә, йылдар үтә,
Шул йырымды тыңлайһың,
Ул мине хәтерләтә.
Йәнем, мине көтөрһөң,
Төштәремә керерһең,
Һине һағынып-зарығып,
Тиҙҙән ҡайтып төшөрмөн.
Йәнем , мине…
Йәнем, мине көтөрһөң,
Төштәремә керерһең,
Һине һағынып-зарығып,
Тиҙҙән ҡайтып төшөрмөн.
Ут һыуҙы яндыра алмай,
Һыуҙы тик һүндерә,
Тел һүҙҙәрҙе еткерһә,
Һүҙҙәр аңды күндерә…
Һағынып-зарығып, ҡайтырмын тип уйланым,
Хаталанғанмынды
Мин яңы саҡ аңланым
Ғафу ит, бәхетем,
Өмөтләндерҙем һине,
Һүҙҙәргә ышанып,
Һин көткәнһеңдер мине,
*Көттөрмә, саҡырма,* - тиеп әйтте миңә Аллам,
Ғафү ит, берҙән-берем,
Мин теге донъяла…
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Король Оранжевое лето минус Браво  Лучше не ругай ты меня подружка  Смоки МО-Ноздри  НАСТЯ ЗАДОРОЖНАЯ - Ничего нет сильнее любви  Булочка  Я прощал тебя два раза прощу и три Джиган 
О чем песня
МС Баш - Айырылышыу?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен