Асайема (исполнитель: Туйсин Радмир)
1. Биргәнhең hин миңә ал нурын таңдарҙың, Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн даланың, Биргәнhең ҡанаттар талпыныр сағымда, Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла. Ҡушымта: Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең, Ҡуйының — гөл - баҡса, наҙлы ел — hулышың. Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. 2. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем, Берҙән - бер бүләгем — тоғро йөрәгем. Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға, Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал. 3. Бурыслы hиңә мин, әсәйем - алтыным, Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын. Ай менән ҡояшты бирергә уйланым, Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.