Пар аккоштар (исполнитель: Рустам Шагбалов +....(муз. ))
1) Һандуғаслы айлы кистә
Ғашыҡ булдым йәнем һиңә.
Һөйөү тулы һуҡмаҡтарҙан
утәйексе икәү бергә.
Ҡушымта:
Пар аҡҡоштай ғүмер буйы,
гел бергә булһаҡ ине.
Иренмәйсә ҡабатлайым
Өҙөлөп яратам һине.
2)Һин булғанға төндәр айлы,
Шау сәскәле йәмле яҙҙар.
Беҙ икәүҙең бәхетенә.
Көнләшһендәр куктә йондоҙҙар.
Ҡушымта:
Пар аҡҡоштай ғүмер буйы,
гел бергә булһаҡ ине.
Иренмәйсә ҡабатлайым,
Өҙөлөп яратам һине.
3)Иң нурлыһы һинең куҙҙәр,
Иң татлыһы һинең һүҙҙәр.
Рәхмәтемен яҙмышыма ,
Һине һөйөү насип иткәнгә.
Ҡушымта:
Пар аҡҡоштай ғүмер буйы,
гел бергә булһаҡ ине.
Иренмәйсә ҡабатлайым,
Өҙөлөп яратам һине.