Аксарлак (минус) (исполнитель: Айдар Галимов)
Аҡсарлаҡ Елбауырлап осҡан ҡоштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән?.. Аҡсарлаҡтар уйнар күлдә Табып алдым пар ҡанат. Һөйөүемдең билгеһе тип Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап. Ҡаурый ғына тороп ҡалды Ҡанатлы һөйөүемдән. Ҡайтауаздар ғына ҡалды “Яратам”, — тиеүендә... Ел-дауыллап оскан ҡоштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙер микән?..