Ишек алды йәшел улән (исполнитель: Заһир Байыҡ)
Ишек алды йәшел үлән,тапамам тигән инем, Ишек алды йәшел үлән,тапамам тигән инем. Тыуып-үҫкән ауылымды ташламам тигән инем. Ишек алды йәшел үлән тапарға тура килде, Ишек алды йәшел үлән тапарға тура килде. Тыуып-үҫкән ауылымды ташларға тура килде. Ҡайын ағас,ҡайын ағас,ҡайын ағас,ҡарағас, Һөйгән йәрен тартып алдым күңелемә ярағас. Яуа-яуа,яуа-яуа,яуа ҡар бурандары, Беҙ киткәс тә тынмаҫ әле ауылым урамдары.