hиңә килдем иркәм (исполнитель: Радмир Туйсин)
Хиңә килдем, иркәм. Үткән юлдарымдың Һанай-һанай алыҫ саҡрымдарын. Килдем тормошомдан кисеп яҙмышымдың Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын. Хиңә килдем, иркәм. Килдем йылдар буйы. Һанай-һанай үткән көндәремде. Баҫа алмайынса ярһып яныуҙарын Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең. Хиңә килдем, иркәм. Бик һағынып килдем. Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс. Алыҫтарҙан яҙған сәләм хаттарымды Көтә-көтә түҙемлегем бөткәс.