Өфө йүкәләре (исполнитель: Фидан Гафаров)
Н.Нәжми һүҙҙәре Р.Хасанов музыкаһы Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Перевод: Уфимские липы Улицы молодости, Полные мечтами, Мы – не могущие насытиться радостью дурачки. Уфимские липы Нас не забудут, Распуская листья, расскажут. Кони, на которых мы скачем – Годы-аргамаки, Серебряные поводья, золотые уздечки. Уфимские липы И о нас тоже Распуская цветы, расскажут. Жизнь дважды не приходит, Огни дважды не гаснут, Мы, тысячу раз горя, один раз гаснем. Уфимские липы И о нас тоже Роняя листья, расскажут. [bad word] /bashkort-tele [bad word] 10795.html