Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Күкне ҡаплап алған ҡара болот Ерҙә һалҡын томан, ел-яуым. Баш осонда ҡояш балҡыр әле Мөғҗизәгә килә ышанғым. Күңел күктәрендә һағыш йөҙә Һүнәр — һүнмәҫ яна усағым. Усаҡтарым дөрләп яныр әле Мөғҗизәгә килә ышанғым. Юғалдылар яҡты хыялдарым Күпме һүнеп, күпме тоҡандым. Югалғаным бер табылыр әле Мөғҗизәгә килә ышанғым.