Мин-Бүре - Мин-тере (исполнитель: ЙыртҠыS)
Башҡортостан ошоға тиклем купме юлдар үткән, Ҙур ил йөрәгендә урын табып үҙ хужаһын көткән. Бәлә-ҡаза,ҡайғы,һуғыш,үлем килеп кире киткән, Ләкин бер аҙҙан инде бәхетле саҡтар еткән. Башҡорт купте күргән,уткән юлы ҡатмарлы уның, Купме дошман көлгән-минең халыҡ түҙгән. Ваҡыт аҡҡан һайын тормош та үҙгәргән, Теймәгеҙ башҡортҡа булды-булды инде еткән. Был ожмахҡа алып килгән беҙҙе Баш бүре, Иң матур ерҙәргә -текә Урал тауҙарына. Яҡшы милләтте,көслө ҡабиләне ҡалдырған бында, Туғандарым,беҙ бөтмәйбеҙ-беҙ әле һаман тере. Алла тарафынан беҙҙең халыҡ яратылған, Ул ҡалған ошо ерҙә -баш бүре уны һаҡлаған. Ә яман ҡулдар һуҙыла башҡортома һаман, Етәр,Һеҙ шашмағыҙ -килеп етте һеҙгә тамам. Припев: Ҡарашым-яман,тештәрем-уткер, Күҙҙәремде ҡыҫам-дошманды байҡайым. Илемә тейһендәр-йыртып ташлайым, Мин Йыртҡыс,мин ашайым,Мин Бүре-мин тере. Минең тәндә буре йәшәй һәм тамырҙарымда ҡаны, Ҡыҙа ул ҡан,күҙҙе ҡаплай тағы шашһа дошмандарым. Һеҙ,меҫкендәр ике йөҙлө ҡурҡаҡ шайтан ҡолдары, Эй,дошмандар янап әйтәм көтә һеҙҙе башҡорт улдары. Башҡорт-тыныс,ләкин ҡыҙыу-теймәҫ ул бер кемгә, Беренсе булып ҡорал тотоп һуғыш менән аяҡ баҫмаҫ сит ергә. Борондан ҡанлы һуғыш,улем килһә куршеләргә, Буре тоҡомо йоҙроҡ булып берҙәм яуға кутәрелә. Башҡорт-ышаныслы инде нисәнсе йылдар, Сит ил баҫҡынсыларын сығарып ебәрә илдән. Ә хәҙер беҙҙең ергә ынтыла бысраҡ бармаҡтар, Тырнағын сығара Бүре-булды аяҙ көндәр һеҙгә бөткән. Минең эсем боша,минең йөрәк әрней, Телем өсөн,Илем-ерем өсөн ,башҡорт һинең өсөн. Ата-бабаларҙан ҡалған байлыҡ юҡҡа сыҡмаһын өсөн. Әйҙәгеҙ ,туғандар кутәреләйек бергә. Припев: Ҡарашым-ҡалҡан,тештәрем -ҡылыс, Күҙҙәремде ҡыҫам-дошманды байҡайым. Башҡортҡа тейһендәр- йыртып ташлайым, Мин-Башҡорт,мин-буре,мин һаман әле тере. Бүренең ҡыҙыу ҡаны һеңгән башҡорт халҡына, Бүре изге йөрәкле булғанда шакалдар шашына. Ҡурҡма,Башҡорт шакалдар өйөрөнән, Тик үҙең,Башҡорт әйләнмә уға,ябынма шакалдың тиреһенә. Болоттар берекһә-кук кукрәр, Халыҡ берекһә-ер тетрәр. Беҙҙең көс айыҡ аңда,ҡыҙыу йөрәктә,ныҡлы иманда,сәл