Таң ҡыҙы. Л.Һакмар-Ф.Шарипова (исполнитель: Диля Мухамедьярова)
ТАҢ ҠЫҘЫ Лилиә Һаҡмар шиғыры Ф.Шәрипова көйө Һин белмәнең, Шашып ямғыр ҡойған саҡта Ҡайындарҙың япраҡтарын үпкәнем, Ялан аяҡ, һин йөрөгән эҙҙән генә Сәстәремде елгә тиреп үткәнем... һин белмәнең, Моңһоу айҙы ишем итеп, Төндәр буйы йондоҙҙарҙы күҙләнем. Йондоҙ тиеп, алданым да мин үҙемде Бары һинең күҙҙәреңде эҙләнем... Һин белмәнең, Ҡайнар ҡояштың яҡтыһы Йөрәгемдә һөйөү булып балҡыны. Һүнгәйнең шул һин күрмәйенсә эңерҙә, һин белмәнең, Мин булғайным таң ҡыҙы...