Кыйыусыз егет йыры- Kararsız adam şarkı (исполнитель: Урал Ибатуллин)
ҠЫЙЫУҺЫҘ ЕГЕТ ЙЫРЫ Лилиә Һаҡмар шиғыры Урал Ибәтуллин көйө 1. Етмәҫ инде ҡағыҙ бите Хистәремде яҙырға, Мөмкин микән һылыуҡайҙың Яндарына барырға. Ҡушымта: Барам әле һылыуыма “Һөйәм!” һүҙен әйтергә, Ниңә ул һүҙ тел осонда Тора һаман әйтелмәй. -------------------------------------- 2. Етмәҫ инде батырлығым, Ҡулдарынан тоторға, Мөмкин микән нескә генә Билкәйенән ҡосорға. Ҡушымта шул уҡ. ----------------------------------------- 3.Етмәҫ, ахыры, бер ҡасан да Уны әйтергә көсөм, Ҡыйыулыҡ та кәрәк икән Ҡыҙҙарҙы һөйөр өсөн. Ҡушымта шул уҡ.