Ҡышҡы сейә (исполнитель: Резеда Аминева)
Ҡышҡы сейә В. Фәттәхова И. Закиров Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар Килеп ҡуна битем остарына. Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры, Бѳтѳрѳләм хистәр ҡосағында Ҡушымта: Әммә күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла, Етәкләшеп барған парҙарҙы ла, Һин бит миңә бѳгѳн: “Һѳйәм, - тинең, - Ҡыш кѳнѳндә бешкән сейәм”, - тинең. “Йѳрәгемә ҡыҫып йылытырмын, Сейәм, - тинең, - һине ѳшѳтмәм”. Бындай татлы, наҙлы һүҙҙәрҙе бит Мин тик тәүге тапҡыр ишетәм. Ҡушымта шул уҡ. Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар Килеп ҡуна битем остарына, Ирендәрҙә татлы сейә тәме, Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда. Ҡушымта шул уҡ.