Порт-Артур (башкирская народная песня) (исполнитель: Ҡарауанһарай)
Порт-Артур тигән таш ҡала Күп ҡалаға баш ҡала, Һары диңгеҙ буйҙарында Ҙур ҡаланан һанала. Дошмандарҙан уны яҡлап, Күп ирҙәр башын һала; Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала. Порт-Артур тигән ҡалаға Япондар туп аталар, Аямай дошман, аямай, Таш ҡоймаһын ваталар. Япондар туп аталар, Порт-Артурҙы ваталар. Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ Ҡысҡырышып яталар. Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан, Эркелеп үлек аға; Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала.