Уйынсык (new 2013) (исполнитель: Таһир Асадуллин)
Уйынсыҡ Минем тормошом айырым һинеке миңә түгел. Ни эшләйем шайтан алғыры Тартыла һиңә күңел. Һинең ҡулдарыңда бары Мин бер уйынсыҡ ҡына. Уйнап туйғас ни эшләтер тип, Күҙәтәмен тын ғына. Бер йылыға өйрәнгәстән Ҡурҡыта шул туңыуҙан Хоҙайым үҙе хаҡлаһын Һиңә ғашиҡ булыуҙан. Һинең ҡулдарыңда бары Мин бер уйынсыҡ ҡына. Уйнап туйғас ни эшләтер тип, Күҙәтәмен тын ғына. Һағындым тигән булаһың, Ә йөрәгең боҙ кеүек. Минең тормош һөтлө сәй ул, Ә мин унда бер күбек.