Пар алма /минус/ (исполнитель: Айҙар Ғәлимов (Азамат, Нәсимә Тимеровтар))

Зөфәр Хәйретдинов көйө 
Сания Әхмәтйәнова һүҙҙәре

Алдарыма килеп теҙләндең һин,
Ҡулдарыңа тотоң пар алма.
Төштәремә кереп һәр көн шулай
Таң атыуға китеп юғалма.

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.

Пар алмалай, пар алмалай ине,
Үҙ күҙҙәрем тине, күрәһең.
Пар алмалай татлы булып гелән,
Төштәремә кереп инәһең.

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.

Ямғыр яуа, һалҡын көҙҙәр етте
Көҙгө төҫтәр ерҙе тигеҙләр.
Төштәремдә күргән пар алманы
Баҡсаларҙа йөрөйөм эҙләп

Өҙөлөптә төштө пар алмакай
Йәтимләнеп ҡалды алмағас.
Өҙөлә бит инде үҙәккәйем,
Яңғыҙлыҡтан дауа булмағас.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Me extranaras  Баста урбан  Fantastica  От земли  Папа вернись  Busta Rhymes As I Come Back  Песня мой ангел 
О чем песня
Айҙар Ғәлимов (Азамат, Нәсимә Тимеровтар) - Пар алма /минус/?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен