Әгәр һин булмаһаң (исполнитель: Тимур Ахмедьянов & SPK-18)
вступление - 1. Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң, Кемдер үкенер ине. Бер кем үлмәҫ ине, ҡояш һүнмәҫ ине – Йөрәгем һүнер ине. Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә, Мөхәббәттән иҫереп Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә, Тимәк беҙ әле тере. - 2p 2. Ун туғыҙ йыл буйы хистәремде тыйып, Эҙләнем һине, йәнем. Ә һин үҙ илеңдә, икенсе фильмда Эҙләгәнһеңдер мине. Алайҙа һин ерҙә, минең менән бергә! Мөхәббәттән иҫереп Йөрәгебеҙ тибә, һөйөү нурын һибә, Тимәк беҙ әле тере. Припев: (2p) Көнләшеүселәр – мөхәббәтһеҙҙәр Һәм ғәйбәтселәр бик бәхетһеҙҙәр. Төкөр уларға, ғүмер бик ҡыҫҡа, Һин булғанда ер оҡшаш ожмахҡа. Концовка: Әгәр һин булмаһаң, донъяға тыумаһаң, Йөрәгем һүнер ине.