Илама (исполнитель: Гиззатуллин Рустам)
ИЛАМА. Ташлап китте ул һине, Һөйөүеңде аңламай. Кире ҡайтырмын тине, Үтте инде нисә ай, Иң бәхетле көндәрҙе, Иҫкә алаһың илап. Күпме төндәр үткәрҙең, Берҙән-береңде уйлап. Ҡушымта: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең сабыр ит. (2 тапҡыр). Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, Сәстәреңдән һыйпамай. Һауа торошо шул уҡ, Елдәр иҫә туҡтамай. Һуңғы хатыңды алып, Бәлки ул үкһеп илар. Бәлки иртәгә килер, Һиңә ошо йырҙы йылар. Илама йәшлегем үтә тип, яңғыҙың былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, ысын мөхәббәтең сабыр ит! Ҡушымта: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең сабыр ит. (2 тапҡыр). Ҡушымта: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙың былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең сабыр ит.