Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Зөһрә Фәйзуллина көйө һәм шиғыры Көндө-көнгә ялғай-ялғай Айҙар үтә, йылдар үтә. Япраҡтарын ҡоя-ҡоя Ғүмеркәйҙәр көҙө етә. Әйтелмәгән хис-тойғолар, Үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр. Үкендереп, көрһөндөрөп , Бәғерҙәрҙе телеп үтә. Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым, Янығыҙҙа булалманым. Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда Иңдәремде ҡуялманым. Кисер мине, йән һөйгәнем, Сайпылдырҙың хистәремде. Бирә алманым тик үҙеңә Мөлдөрәмә тулы көйө. Кисерегеҙ урман-ҡырҙар, Уйнап үҫкән ғәзиз тупраҡ. Мин йөрөй(н)өм сит яҡтарҙа Сит яҡтарҙан ҡурсау һорап. Көҙгө елдәр әсе икән, Ғүмер үкенесле икән. Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен Белеүҙәре ҡыйын икән.