Башҡорт филологияһы факультеты гимны БДПУ (Минсылу Усманова хуззэре, Зухра Усманова койо) (исполнитель: Ильяс МАТЕО Киньягулов)
1. БДПУ – Уҡыу йорто - Танытмаһы башҡорттоң. Беҙҙең башҡорт факультеты Ғорурлығы баш йорттоң. Ҡушымта: Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан Баш ҡалабыҙ Өфөгә. Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат Барыбыҙҙы бер ергә. 2. Халҡым телен өйрәнәбеҙ Башҡорт факультетында. Маҡсаттарға ирешәбеҙ. Ошо уҡыу йортонда. Һин уҡытҡан егет-ҡыҙҙар Эшләй Башҡортостанда. Хеҙмәт итә, һынатмайҙар Рәсәйҙә лә, сит илдә. Ҡушымта: Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан Баш ҡалабыҙ Өфөгә. Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат Барыбыҙҙы бер ергә. 3. Башҡорт теле – халҡым теле, Боронғо тел, бөйөк тел. Быуаттарҙан быуаттарға Барып етәр ғәжәп тел. Ҡушымта: Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан Баш ҡалабыҙ Өфөгә. Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат Барыбыҙҙы бер ергә.