Уйна гармун /минус/ (исполнитель: Роза Аҡкучукова (Салауат Фәтхетдинов))

Роберт Тимербаев көйө Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре

Уйна, гармун, уйна!
Өҙҙөрөп тә уйна!
Ҡабат әле һағыш моңдарын.
Һөймәгәндәр һөйһөн,
Ялҡындарҙа көйһөн,
Шатлыҡтарға, шатлыҡтарға
Күмһен донъяны.

Уйна, гармун, уйна!
Һыҙҙырып та уйна!
Тыпырлатып бейеп китһендәр.
Көлмәгәндәр көлһөн,
"Йәшәү — рәхәт", — тиһен.
Күҙ йәштәре, күҙ йәштәре
Булһа — кипһендәр!

Уйна, гармун, уйна!
Армай-талмай уйна!
Мин йырлармын һиңә ҡушылып.
Халҡымды яратып,
Һағышын таратып
Һайрармын мин, һайрармын мин
Моңло ҡош булып.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Бледнолицые Ниггадяи  Серёжа местный думай чётче  Vlado georgiev  Yu yu hakusho  Easy tech  Снова с кем-то D1N ft Утопия-12 ViZit Нестабильный  Music Nayk  Sorry Seems To Be The Hardest Word Минус Em и 
О чем песня
Роза Аҡкучукова (Салауат Фәтхетдинов) - Уйна гармун /минус/?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен