Йәшлек тауышы (исполнитель: Буранбай Билалов)

Беҙҙең әле етеҙ саҡтар,
Йәш тайҙарҙы егер саҡтар,
Шул саҡтарҙың ҡәҙерен белеп,
Йәшәп ҡалайыҡ.

Беҙҙең әле егет саҡтар,
Ташҡа ла сөй ҡағыр саҡтар,
Тимерҙең дә ҡыҙыуында
Һуғып ҡалайыҡ

Ҡушымта:
Йәшлек эҙҙәре артта ҡала,
Ә мин ашығам талпынам алға,
Туҡтатып булһа бер аҙ ғумер ағышын,
Тыңлар инем ҡабат йәшлек тауышын.

Беҙҙең айға менер саҡтар,
Күктән йондоҙ өҙөр саҡтар,
Шул йондоҙҙоң нурҙарында,
Йөҙөп ҡалайыҡ.

Беҙҙең әле матур саҡтар,
Йәш ҡыҙҙарҙы ҡыҫыр саҡтар,
Шул миҙгелдәрҙең рәхәтен,
Тотоп ҡалайыҡ.

Ҡушымта.

Ай йөрәктә бай терәк
Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк
Үтһә үтһен йәш ғумерҙәр
Бейеп ҡалырға кәрәк!

Беҙ бит Урал йәштәре
Юҡтыр беҙҙең иштәре
Әйҙә ултырма
Беҙгә ҡушылып йырла
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
The Last Day Of April  Nuclear Assault Resurrection  Nuclear Assault Hypocrisy  Nuclear Assault Something Wicked  Nuclear Assault Another Violent End  Nuclear Assault Behind Glass Walls  Nuclear Assault Chaos  Nuclear Assault The Forge 
О чем песня
Буранбай Билалов - Йәшлек тауышы?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен