Әсәйем ҡосағы (Эльвира Хәмәтнурова муз. - Сурағол һүҙ.) (исполнитель: Рания хэм Регина Билаловалар)
Мең-мең йондоҙ, мең-мең ҡояш әсәйем ҡосағында Күпме нур һәм йылылыҡ бар әсәйем усағында. Әсәйемдең ҡосағы - изгелектәр усағы, Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп, ярат, ярат һин тағы. Меңләгән ҡайғы-хәсрәтте юғалта белә әсәй, Изге, яҡты теләктәрҙе көнгә мең тапҡыр теләй. Әсәйемден ҡосағы - изгелектәр усағы, Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп, ярат, ярат һин тағы. Әсәйемдең ҡосағында ап-аҡ гөлдәр үҫкәндәр, Аҡ күңеле билгеләре сәстәренә күскәндәр. Әсәйемдең ҡосағы - изгелектәр усағы, Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп, ярат, ярат һин тағы.