Сынрау торна (Поющий журавль) (исполнитель: Караван-Сарай)
Сыңрай-сыңрай осоп килде Сыңрау торнаҡай. Уралыңдан сәләм, тине Сыңрау торнаҡай. Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Иҫән-һау, ти, Урал-тау, ти Сыңрау торнаҡай. Юҡ хафа,ти, юҡ афәт, ти Сыңрау торнаҡай. Илдә ир-ат — Салауат, ти Сыңрау торнаҡай. Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Ил көйләр, ти, Тел һөйләр, ти, Уйнар ҡурайҡай. Ҡыуанысым, йыуанысым Булды Уралдай, Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы Сыңрау торнамдай, — Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуған Уралҡай! Быуаттарҙан быуаттарға Осоп барғандай!..