Хазина (исполнитель: Каsл)
Был булманы мөхәббәт тәү күреүҙән, ләкин Бына инде ике йыл буйына ул һинең өсөн тибә. Мөхәббәтебеҙ утын һаҡлаясаҡмын тим, Сөнки әле мин бәхетле һәм гел шулай булғым килә. Сикһеҙ ҡиммәтле һинең менән үткән ваҡыт, Ошо минең байлыҡ, уны булмай һатып алып. Ҡустым әйтә, :"Ағай", иптәш әйтә,:"Дуҫ, һеҙ шундай матур пара, бәхетле бул", Ә мин йылмайыу менән уларға яуаплайым, Килешәмен, яҙмыш бүләгенә ҡыуанып бөтә алмайым. Матурымды ҡәҙер итеп, уның ҡулын үбеп, Өлгөлө тормош юлын һалам, киләсәккә нур һибеп. Дилә, һин минең йәшәү мәғәнәһе, Күңелемдә ҡараңғы донъянан яҡтыға ишек асаһың. Мин һиңә рәхмәтлемен, балҡыған өсөн, ҡояш, Болоттан өс аҙымға өҫтәмен, мин шат. Һинең менән үткән ваҡыт, минең өсөн хазина, Һуңғы тын алышҡа тиклем йәшәргә хыялланам Һинең яныңда, таяныс та, бәхетең булып, Өлгөлө егет һәм һаҡлаусы мөхәббәт утын Мин иҫләйем, саҡырҙым һине тәүге осрашыуға, Мин йыш ҡайтамын шул мөғжизәле көҙ көнөнә. Саҡ оялһаҡ та, һөйләшеп алдыҡ ихлас. Ә шунан һуң икенсе көн түҙемһеҙлек менән көтөлә. Мине таныш булмаған тойғо баҫып алды, Йөрәгемдә исемең яҙылды, осҡон тоҡанды, Шундай һылыу ҡыҙыҡай минең янымда баҫҡанда, Нисек кенә мин алайым ғашиҡ булмаҫҡа.. Йылмайыуың, йәшел күҙҙәр.. Йомшаҡ тауышың, килә үбәһе ирендәреңде.. Һәм иң мөһиме мин күрҙем һиндә аҡыл. тәрбиә Эске донъяң матур, әллә күпме хыял йөҙә.. Мин ҡабатлайым, һин минең йәшәү мәғәнәһе, Һинең кеүек гүзәл зат юҡ башҡа донъяла Ҡыҫҡа ваҡытҡа хушлашһаҡ та, мин шунда уҡ һине һағынам. Һинең менән үткән ваҡыт, минең өсөн хазина, Һуңғы тын алышҡа тиклем йәшәргә хыялланам Һинең яныңда, таяныс та, бәхетең булып, Өлгөлө егет һәм һаҡлаусы мөхәббәт утын