Өфө йүкәләре (исполнитель: Самат Тукаев)
Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. Уфа юкәләре(татарча) Яшьлек урамнары, Тулы хыяллары, Без — шатлыкка туймас исәрләр. Уфа юкәләре Безнең хакта да әле Япрак яра-яра сөйләрләр.