Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ. (исполнитель: Ғәли Хәмзин.)

Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

"Көтә белгәндәргә һуң түгел" дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Good Bye VIP cut Apashe  Ивгма  Hakim el kalam da kebir  Avatar Blaze Slumdog М  Chak De Chak De Chak De  Ian Carey ft Snoop Dogg  Return to me Joey Trife  Little Soul 107 - H2SO4 
О чем песня
Ғәли Хәмзин. - Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ.?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен