Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда.
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа,
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Төндө ярып ҡояш батҡанда.
Ал ефәк шәл булып, тау иңенә,
Эңер күләгәһе ятҡанда.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар.
Рәхәтләнеп кенә, еләҫ елдә,
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар.

Ҡушымта:

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма,
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә.
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.

Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә,
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Ысыҡ тамсылары кипкәндә.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Frozen splash Ночной ангел  Песни из алой книги  Девочки курят сигареты в тонких пачках  Ханчик-ты одна  Гуф 100  Mf doom gumbo  Бастакы таптал 
О чем песня
Неизвестен - Отсутствует?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен